Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Общие статьи
27 Августа , 06:05

Кеше хеҙмәте менән матур

Бишбүләк ауылының үҙәк ашханаһы официанты Лизия Мәрүәр ҡыҙы Хорькованың дөйөм хеҙмәт стажы егерме йыл тәшкил итә  

Кеше хеҙмәте менән матурКеше хеҙмәте менән матур
Кеше хеҙмәте менән матур

әре ҙур тырышлыҡ, оҫталыҡ, түҙемлек, көс талап итә. Беҙҙең көнкүреш тәжрибәбеҙ көн һайын бик күп һауыт-һаба, кухня кәрәк-яраҡтары hәм ҡайнар плита янында ризыҡ әҙерләүҙең ни ҡәҙәр көсөргәнешле hәм күп көс талап итеүен раҫлай. Профессиональ ашнаҡсы өсөн был эш тағын да яуаплыраҡ. Уның эш көнө, йыш ҡына таң атҡанда башлана, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә өҙлөкһөҙ ритмда уҙа. Сөнки тәмле hәм туҡлыҡлы ризыҡҡа ихтыяж hәр ваҡыт бар.

— Мин Разия ауылынан колхозсылар Мәрүәр Таминдар улы hәм Минзиә Исраил ҡыҙы Исламовтар ғаиләһендә дyрт бала араһында иң кесеһе инем, — тип Лизия үҙенең йәш саҡтарын hәм һөнәр һаулауын иҫкә ала. — Яңы Васильевка урта мәктәбенең 9-cы класын тамамлағас, Бишбүләк ауылындағы 149-сы училищеһына бухгалтерҙар курсына уҡырға керҙем. Финанс хеҙмәткәре булыу теләге менән Аксен ауыл хужалығы техникумында бухгалтерҙар курсына уҡырға барҙым. Диплом алғандан һуң икенсе һөнәр алырға теләнем һәм Өфөлә ашнаҡсылар курсын тамамланым. Мин hәр ваҡыт ниндәйҙер тәмле ризыҡтар әҙерләргә ярата инем. Һәм ашнаҡсы hөнәрен һайлау тураһында һуңынан бер ҡасан да үкенмәнем. Миңә ашарға бешереү бик оҡшай. Мин үҙ һөнәремде  яратам.

Йәш сибәр ҡыҙ 2004 йылда Усак-Кисеү ауылы егетенә кейәүгә сыға. Тиҙҙән уларҙың Данил исемле улдары тыуа. Уҫаҡ-Кисеү ауылында өс йыл йәшәгәндән һуң, йәш ғаилә район үҙәгенә күсенергә ҡарар итә. Лизия Мәрүәр ҡыҙы райпоға эшкә урынлаша hәм үҙәк ашханала эшләй башлай. Тормоштары һәүетемсә бара, улдары үҫеп килә. Әммә йәш әсәгә был ваҡытта ҙур ҡайғы кисерергә тура килә — юл-транспорт hәләкәтендә ире hәләк була.

—Ҡайғылы, ауыр мәлдәрҙе үткәреү еңел булманы. Был ваҡытта миңә туғандарым hәм яҡындарым, бигерәк тә бәләкәй улым терәк булды, — тип дауам итә Лизия Мәрүәр ҡыҙы. — Минең хеҙмәттәштәрем дә ауыр хәлемде еңеләйтергә тырышты. Әлбиттә, ашханала эшләү ҙә иғтибарҙы ситкә йүнәлтергә ярҙам итте. Ул ваҡытта район ҡулланыусылар йәмғиәте hәм Башпотребсоюз линияһы буйынса йыл һайын республика ашнаҡсылар конкурсы уҙғарыла ине. Мин унда ҡатнашырға булдым hәм икенсе призлы урынды яуланым. Тормош көйләнә башланы. 2012 йылда мин Анатолийға кейәүгә сыҡтым. Ул Төньяҡта вахта ысулы менән эшләй. Бер йылдан һуң ҡыҙыбыҙ Анита тыуҙы. Беҙ 2015 йылда төньяҡ микрорайонда үҙ көсөбөҙ менән ун биш сутый ерҙә  ике ҡатлы йорт төҙөп керҙек. 2021 йылда беҙҙең улыбыҙ Артем тыуҙы, hәм мин күп балалы әсәй булдым. Бер йылдан һуң июндә өлкән улыбыҙҙы барлыҡ туғаннарыбыҙ менән армияға оҙаттыҡ. Данил улым башта Владимир өлкәһенә уҡыу бүлегенә хеҙмәт итергә эләккәйне. Учебканан һуң уны Мәскәү өлкәһенең Нарофоминск ҡалаһына ебәрҙеләр, ә унан һигеҙ айға Брянск өлкәһенә. Ул ваҡытта нисек ҡайғырыуымды үҙем генә беләм! Унда бит Украина милләтселәре менән һуғыш хәрәкәттәре барған ваҡыт ине. Улым иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Данил һуғыш хәрәкәттәре ветераны. Уға әле 22 йәш, ул Якутияла алмаз табыу ойошмаһында эшләй. Ҡыҙыбыҙ Анита Бишбүләк 3-сө урта мәктәбенең 6-сы класын гел «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Улыбыҙ Артемға бишенсе йәш китте. Ул «Журавушка» балалар баҡсаһына йөрөй. Бына шулай йәшәйбеҙ. Мин туғандарымды төрлө тәмле ризыҡтар менән һыйларға яратам. Yҙем туҡмас, билмән, сәк-сәк hәм бауырһаҡ яһайым. Бер ҡасан да ярымфабрикаттар һатып алмайым. Ишек алдында бройлерҙар тотабыҙ. Баҡсала ла, өйҙә лә сәскәләр үҫтерергә яратам. Иң оҡшағаны — роза hәм орхидея. Мин үҙ ғаиләмде hәм эшемде яратам. Район хакимиәте тарафынан мине төрлө йылдарҙа Маҡтау грамоталары hәм дипломдар менән бүләкләнеләр.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

егерме йыл тәшкил итә

Кеше хеҙмәте менән матур
Кеше хеҙмәте менән матур
Автор:
Читайте нас