+10 °С
Ясно


Мысыр президенты Абдель Фаттах ас-Сиси Рәсәйҙең Баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинды I дәрәжә Фән һәм сәнғәт ордены менән бүләкләне. «Башинформ»ға бүләкләү тантанаһының 26 августа үтеүе билдәле булды.
Орден Тәлғәт Тажетдиндың билдәле ғилми һәм һөнәри ҡаҙаныштарын, шулай уҡ уның уртасыл ислам фекерен һәм дин-ара диалогты үҫтереүгә индергән өлөшөн таныу билдәһе итеп тапшырылған.
Бынан алдараҡ Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булғайны.
Башинформ.