Һауа температураһы төндә — +2,+7, көндөҙ +12,+17 градусҡаса түбәнәйә. Алдағы ял көндәрендә республиканың ҡайһы бер төньяҡ һәм таулы райондарында төнгө һәм иртәнге ҡырау төшөүе көтөлә, тип фаразлай синоптиктар. Республикала бер аҙ ямғырҙар башлыса төньяҡ райондарҙа күҙәтеләсәк.
Йома, 28 августа, яуым-төшөмһөҙ, төндә төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә температура +3, +8° булһа, көндөҙ һауа +13, +18° тиклем йылына.
Шәмбе, 29 августа, һиҙелерлек һыуыта. Республиканың күп кенә райондарҙа ямғыр яуасаҡ. Термометр бағанаһы төндә +7,+12 градус күрһәтәсәк. Көндөҙ максималь температура +25 градустан юғары күтәрелмәйәсәк.
Йәкшәмбе, 30 августа, һауа температураһы түбәнәйәсәк. Төндә +3-тән +8 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә, урыны менән тупраҡта тәүге ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы +13,+18 градусҡаса йылына. Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Башинформ.