Дим буйҙары
+20 °С
Ясно
Общие статьи
30 Августа , 17:09

Өфөлә «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» девизы аҫтында Гражданлыҡ форумы үтте 

Был мөһим сарала Бишбүләк  ирекмәндәре лә ҡатнашты

Өфөлә  «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» девизы аҫтында Гражданлыҡ форумы үттеӨфөлә  «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» девизы аҫтында Гражданлыҡ форумы үтте
Өфөлә «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» девизы аҫтында Гражданлыҡ форумы үтте 

Социаль эшмәкәрлеккә иғтибарҙы арттырыу, үҫмерҙәрҙе деструктив контенттан һаҡлау. Ошо һәм башҡа мөһим һорауҙар Өфөлә асылған Гражданлыҡ форумында ҡаралды. 

Күләмле сарала республиканың төрлө төбәктәренән социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр, коммерция булмаған ойошма вәкилдәре ҡатнашты. "Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк" төркөмөн Эллина Заһит ҡыҙы етәкләне, уның менән бергә махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтеүсе әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ҙа барҙы.  

Форум сиктәрендә "Атайлыҡ даны" конкурсында еңеүсе ир-егеттәр бүләкләнде. Сараның пленар ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Быйыл башҡортостандың 21 ҡалаһынан һәм районынан йәмғеһе 35 ир-егет «Атай ҡаһарманлығы» премияһына лайыҡ булды.  Конкурс еңеүселәрен Башҡортостандың вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов ҡотланы.

Барыһы ла Еңеү өсөн девизы менән үткән форумда меңгә яҡын кеше ҡатнашты. 

 

Өфөлә  «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» девизы аҫтында Гражданлыҡ форумы үтте
Өфөлә «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» девизы аҫтында Гражданлыҡ форумы үтте 
Автор:
Читайте нас