Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Общие статьи
1 Сентября , 07:03

Тауыҡтарҙы көҙөн һанайҙар

1 сентябрҙән Рәсәйҙә тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә, бытбылдык, цесарка һәм страустарҙы мәжбүри маркировкалау талабы үҙ көсөнә инә.

Тауыҡтарҙы көҙөн һанайҙарТауыҡтарҙы көҙөн һанайҙар
Тауыҡтарҙы көҙөн һанайҙар
Башҡортостанда һуңғы көндәрҙә ауыл кешеләре тауыҡтарҙы һәм ҡаҙҙарҙы иҫәпкә ҡуйырға кәрәкме-юҡмы икәнен актив тикшерә. Өҫтәүенә, социаль селтәрҙәрҙә фермерҙарҙың МФЦ-ға йорт ҡоштарын ҡулдарына тотоп, йәнәһе, уларҙы теркәү өсөн килеүҙәре тураһындағы роликтар киң таралды. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәрҙә яңылыҡ ялған икән тигән фекер барлыҡҡа килде.

Ләкин был ялған түгел. Ысынлап та, 1 сентябрҙән Рәсәйҙә тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә, бытбылдыҡ, цесарка һәм страустарҙы мәжбүри маркировкалау талабы үҙ көсөнә керә.

Кемдәргә ҡоштарын маркировкаларға кәрәк?
 
10 -дан ашыу ҡошо булған барлыҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға.
Һәр тауыҡтың айырым «паспорты» булмаясаҡ. Ҡош-ҡортто төркөмләп теркәргә мөмкин, уларға дөйөм идентификация номеры бирелә.

Тауыҡтарҙы һәм башка ҡоштарҙы МФЦға маркировкалау өсөн алып барырға кәрәкмәй. Фермерҙарға һәм ауыл кешеләренә ерле ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда ҡоштар тураһындағы мәғлүмәтте «Хорриот» махсус системаһына индерәсәктәр.
 
Тауыҡтарҙы көҙөн һанайҙар
Тауыҡтарҙы көҙөн һанайҙар
Автор:
Читайте нас