

Һанлы аҡса һәм QR-код. 1 сентябрҙән зур банктар һанлы аҡсаны ғәмәлгә индерә. Улар үҙ клиенттарына һанлы аҡса счеттары асыу, яңы аҡса күсереү һәм шуның менән тауар өсөн түләү мөмкинлеге бирергә тейеш. Һанлы аҡсаны йыллыҡ кереме 120 миллион һумдан артып киткән барлыҡ ҙур сауҙа компаниялары һәм сервис ойошмалары ҡабул итергә тейеш. Кешеләр унан үҙ теләгенә ҡарап файҙалана аласаҡ.
Шулай уҡ ай башынан берҙәм QR-код ғәмәлгә керә. Уның аша түләү ысулын, шул иҫәптән цифрлы һумды һайлап буласаҡ. Бынан тыш, банк карталары исәбенең берҙәм системаһы эшләй башлаясаҡ. Банктар реестр буйынса клиенттың нисә картаға эйә булыуын тикшерәсәк. Киләһе йылдың 1 сентябренән карталар һаны бер кешегә 20-ҙән артмаҫҡа тейеш буласаҡ.
Ғаилә һәм ипотека. Икенсе, өсөнсө... балаһы тыуған (уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған) осраҡта, ғаиләнең 1,5 йылға ҡәҙәр ипотека каникулы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Шарттары – кредит 15 миллион һумдан артмаҫҡа, тораҡ берҙән-бер йәшәү урыны булырға тейеш. Керемдең кәмеүен раҫлау талап ителмәй.
Мәктәп. 1 сентябрҙән уҡыусыларға дәрестә кәрәҙле телефон ҡулланыуҙы тыясаҡтар. Тормош йәки һаулыҡҡа ҡурҡыныс янаған осраҡтар ғына иҫкәрмә була ала. Тәнәфес ваҡытында ҡулланыуҙы һәр мәктәп рәсми рәүештә билдәләйәсәк. 1 сентябрҙән беренсе синыф уҡыусыларына өй эштәре бирелмәясәк. Шулай уҡ Рәсәйҙең һәр төбәгендәге ун мәктәптә тәртип өсөн билдә ҡуя башлайҙар.
Кәрәҙле элемтә. Башҡа төбәккә күсенеүселәр кеҫә телефоны номерын һаҡлап ҡала аласаҡ. Шулай итеп, абонент, номерын алыштармайынса ғына, яңы төбәк тарифына күсәсәк.
Эштән һуң ҡалып эшләү һәм һынау ваҡыты. 1 сентябрҙән эштән һуң ҡалып эшләүҙең максималь ваҡыты йылына 120 ҙән 240 сәғәткә ҡәҙәр етәсәк. Беренсе 120 сәғәткә – хеҙмәт хаҡының 1,5 күләмендә, ҡалғанына кәмендә ике тапҡыр арттырып түләнеләсәк. Шулай уҡ эш биреүселәргә 3 йәшкә ҡәҙәрге балалы ҡатын-ҡыҙҙарға һынау ваҡыты билдәләү тыйыла. Быға ҡәҙәр был ҡағиҙә 1,5 йәшкә ҡәҙәр балаһы булған әсәләргә ҡарата ғына ғәмәлдә булып килде.
Медицина. МРТ тикшеренеүен табип билдәләүенән башҡа ғына ла уҙып буласаҡ. Ҡалған тикшеренеүҙәр өсөн элекке тәртип һаҡлана. Шулай уҡ түләүле медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Килешеүҙе ситтән тороп, шул иҫәптән ҡушымта аша төҙөргә мөмкин буласаҡ. Быға ҡәҙәр был мәсьәлә ойошма сайты аша ғына хәл ителә ине. Клиникалар түләүле хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәттәрҙе һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһына тапшырасаҡ.
Бынан тыш, ауылдарҙа 3 йыллыҡ эксперимент рәүешендә күсмә дарыуханалар эшләй башлаясаҡ. Улар аша наркотик, психотроп мәтдәләр һәм көслө тәьҫирле ҡайһы бер препараттар һатыу рөхсәт ителмәясәк.
Сауҙа һәм ҡомарлы уйындар. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында тәмәке, вейп һәм никотинлы башҡа продукция һатыу тыйыла. Бары тик туҡталышта урынлашҡан магазин бындай продукция һатыуҙың берҙәнбер нөктәһе булып торған тораҡ пункттар өсөн генә иҫкәрмә яһала. Шулай уҡ 1 сентябрҙән Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡомарлы уйындарға үҙ-үҙеңә тыйыу һалыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Букмекерҙар, тотализаторҙар һәм казино бындай кешенең ставкаларын ҡабул итә һәм реклама ебәрә алмаясаҡ. Тыйыу һалыуҙың минималь срогы – 12 ай.
Сығанаҡ: https://matbugat.ru/news/?id=52089