

Армиянан ҡайтҡан ағаһын ҡаршы алғанда, Бишбүләктән Екатерина Захарова осраҡлы рәүештә ауылдашы Айнур Мәүлетов менән таныша, улар бер-береһен яратышып, бер йылдан бер ғаилә булып йәшәй башлайҙар
Республикала рәсми рәүештә иғлан ителгән Ҙур hәм татыу ғаилә йылында йәй аҙағында Бишбүләк ЗАГС бүлегендә никахлашыу тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашыу айырыуса күңелле. 21 августа ике туй теркәлгән. Май айында ғариза биреп, Сухоречка ауылынан Ривал Ямалтединов менән Анна Писарева яҙылышып, алтын балдаҡтар алмашҡан. Июнь айында район үҙәгендә йәшәүсе Екатерина Захарова менән Айнур Мәүлетов ғаилә ҡороу өсөн ЗАГСҡа ғариза биргән. Никахтарын теркәгәндән һуң, Еңеү паркында йәш пар Айнур hәм Катя менән осрашып, бер-береһен нисек тапҡандарын, уларҙы нимә бәйләүен белдек.
— Мин ата-әсәйемдең кесе улы, — ти Айнур Мәүлетов. — Район үҙәгендәге урта мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжы дипломын алдым. Артабан армия хеҙмәтенә саҡырҙылар һәм Алыҫ Көнсығышта артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Армиянан һуң Төньяҡта вахта ысулы менән янғын ҡарауылсыһы булып эшләнем. Беҙ Катя менән Өфөлә йәшәйәсәкбеҙ. Беҙҙең баш ҡалала фатирыбыҙ бар. Күңелемә оҡшаған ҡыҙға мин уҙған йылдың авгусында тәҡдим яһаным. Хәҙер беҙ ир менән ҡатын — бер татыу ғаилә!
Йәш пар бер-береһен нимсек тапҡандары тураһында Екатерина ла һөйләне.
— Минең ағайым Василий бар, — ти Катя. — Ул бер йыл элек армияла хеҙмәт итеп ҡайтты, уны Приют тимер юл станцияһында ҡаршы алырға кәрәк ине. Ашығыс рәүештә ағайымды алып ҡайтыу өсөн транспорт кәрәк булды. Социаль селтәрҙәрҙә иғлан буйынса беҙ таксист таптыҡ. Ул минең буласаҡ парым Айнур Риф улы ине. Шулай итеп беҙ бер-беребеҙ менән таныштыҡ. Беҙ икебеҙ ҙә Бишбүләк 2-се урта мәктәбен тамамланыҡ, Айнур менән күрешә торғайныҡ, әммә быға ҡәҙәр бер-беребеҙгә ҡарата артыҡ хистәр кисермәнек. Мәктәптән һуң мин Мәскәy финанс университетын тамамланым. Газпромбанкта бизнес аналитигы булып эшләй башланым. Минем банк хеҙмәткәре булараҡ эш стажым ете йыл. Айнур өс айҙан тәҡдим яһаны, ә бер йылдан һуң, йәғни хәҙер, беҙ өйләнештек. Айнур — иң яҡшыһы! Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Иң мөhиме шул!
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.