+12 °С
Облачно


Кәбеҫтәле аш яратыусыларға бик шәп рецепт.
Кәрәк: 2 кг кәбеҫтә, 2 кг помидор, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 400 г үҫемлек майы, 10 – 15 бөртөк борос, 2,5 – 3 ҡалаҡ тоҙ, 2 лавр япрағы, 4 ҡалаҡ шәкәр, 4 ҡалаҡ 9 процентлы уксус, 2 ҡалаҡ томат пастаһы.
Әҙерләүе бик еңел: майҙа туралған һуғанды һәм эре ҡырылған кишерҙе ҡыҙҙырырға. Уларҙы туралған помидор һәм кәбеҫтә, лавр япрағы, борос, тоҙ, шәкәр менән бутап, уңайлы һауытта бер сәғәт бешерергә. Унан һуң, уксус, томат пастаһы өҫтәп, тағы 15 минут ҡайнатырға. Стерилләгән банкаларға тултырып, ныҡлап ҡапҡас ябырға.