Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Общие статьи
7 Сентября , 11:44

Ете районға сымлы интернет һуҙыла

20 меңдән ашыу кеше интернет менән тәьмин ителәсәк.

Ете районға сымлы интернет һуҙылаЕте районға сымлы интернет һуҙыла
Ете районға сымлы интернет һуҙыла

Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы элемтә операторҙарына интернетҡа инеү өсөн сүс-оптик элемтә линияларын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙа 1000-дән кәмерәк кеше йәшәгән 35 ауылды ҡатнашырға тәҡдим итте.

Алыҫ биләмәләрҙә йәшәгәндәрҙе сифатлы элемтә һәм юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеү “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.

— Операторҙар менән берлектәге ҡарарҙар һәм дәртләндереү механизмдарын эҙләү һанлы технологияларҙы индереү йылдарға һуҙылыуы ихтимал урындарҙа оптик селтәрҙәр төҙөргә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

2026 йылда “Интернетҡа инеү мөмкинлеге” инфраструктура проекты сиктәрендә 1000-гә тиклем кеше йәшәгән 35 бәләкәй ауылда киң һыҙатлы инеү селтәрен төҙөү һәм йорт хужалыҡтарын тоташтырыу планлаштырыла.

Проекттың дөйөм күләме - 20 меңдән ашыу кеше интернет менән тәьмин ителәсәк.

Республика биләмәһендә инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыусы элемтә операторҙары табышҡа һалым буйынса инвестиция һалымын кәметеү хоҡуғынан файҙалана ала.

Әлеге ваҡытта республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы операторҙарҙан был механизмды ҡулланып, бойороҡ менән билдәләнгән 35 ауылға селтәрҙәр төҙөү буйынса тәҡдимдәр көтә.

Исемлеккә ете муниципалитеттың ауылдары инде.

bashgazet.ru

Ете районға сымлы интернет һуҙыла
Ете районға сымлы интернет һуҙыла
Автор:
Читайте нас