Дим буйҙары
+22 °С
Облачно
Общие статьи
21 Сентября , 08:59

Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙең улының хыялын тормошҡа ашырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында һәләк булған өлкән радиотелефонист-гранатометсы яугир Вячеслав Казанцевтың ғаиләһендә булды.

Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙең улының хыялын тормошҡа ашырҙыБашҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙең улының хыялын тормошҡа ашырҙы
Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙең улының хыялын тормошҡа ашырҙы

Республика етәксеһе Кушнаренкола йәшәүсе яугирҙың ҡатыны Гөлфинә Радик ҡыҙының, балалары Ләйсән, Лиана һәм Дмитрийҙың ҡайғыларын уртаҡлашты, шулай уҡ уларға Шайморатов генерал орденын тапшырҙы. Вячеслав Казанцев наградаға хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була.

«Тормош иптәшегеҙ һәм атайығыҙ махсус хәрби операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Беҙҙең бурыс – уны онотмау, иҫтәлеген мәңгеләштереү. Ә балаларҙы бөтә республика менән тәрбиәләйәсәкбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәтендә һәр ваҡыт кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Гөлфинә Радик ҡыҙы ваҡытлыса эшләмәүе һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән улын ҡарауы хаҡында һөйләне. Өлкән ҡыҙы Ләйсән быйыл Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға ингән, уртансы ҡыҙы Лиана туғыҙынсы класта уҡый. Кесе улы Дмитрий, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, быйыл мәктәптә бишенсе класта уҡый башлаған. Күптән түгел ул Кушнаренко районынан өс уҡыусы менән бергә «Геройҙар биләмәһе» патриотик слетында ҡатнашты. Республика етәксеһе менән осрашыу ваҡытында малай Радий Хәбировҡа атаһының кинолог булып эшләүен, шуға күрә эт тураһында хыялланыуы тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы малайға немец овчаркаһы көсөгөн бүләк итте.

«Хәҙер, Дима, һин уның өсөн яуап бирәһең. Уны ҡара, ул һиңә ғүмеренең аҙағына тиклем тоғро дуҫ буласаҡ», – тине Радий Хәбиров.

Малай, атаһының эттәренең исеменә оҡшатып, эткә Граф тип исем ҡушасағын белдерҙе.

«Мин өс йыл буйы эт тураһында хыялландым. Радий Фәрит улы, ошондай бүләк өсөн ҙур рәхмәт. Был минең өсөн ҙур шатлыҡ. Граф минең ысын дуҫым буласаҡ, мин уға көн һайын ваҡыт бүләсәкмен, уның менән уйнаясаҡмын. Мәктәптә фәндәр араһынан миңә математика оҡшай, элек волейбол һәм футбол уйнарға ярата инем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар әлегә бындай уйындарҙы рөхсәт итмәй. Быйылдан мәктәптә шахмат менән шөғөлләнә башларға теләйем», – тип һөйләне Дима.

Республика Башлығы үҫмергә әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт әйтте, уҡыуында уңыштар теләне, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам итеү өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарының береһе булыуын билдәләне.

башинформ. 

 
Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙең улының хыялын тормошҡа ашырҙы
Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙең улының хыялын тормошҡа ашырҙы
Автор:
Читайте нас