Дим буйҙары
+2 °С
Облачно
Общие статьи
3 Октября , 09:33

Октябрь айына һынамыштар:

Көҙҙөң икенсе айы - октябргә лә аяҡ баҫтыҡ. Алтынға мансылған ай үҙенең йомарт һәм мул уңыштары менән дә ҡыуандыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Октябрь айына һынамыштар:Октябрь айына һынамыштар:
Октябрь айына һынамыштар:

– Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа.
– Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
– Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
– Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
– Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.

                                                               ***

2 октябрь - бал ҡорттарын ҡышҡа әҙерләй башлайҙар.

3 октябрь - был көндө ел көнсығыш йәки көнбайыштан иҫһә - ямғырға, көньяк еле - йылыға, төньяҡтан иҫкәне - һалҡынға ишара.

4 октябрь - бөгөн көн ниндәй, алдағы 4 аҙна ла шундай бу- ласаҡ.

5 октябрҙә ҡайын япраҡтары ҡойолоп бөтмәһә, ҡар һуң ятыр.

6 октябрҙән ысын һыуыҡ көҙ- йылдың өсөнсө миҙгеле башла- на.

8 октябрь - әгәр был көндө беренсе ҡар төшһә, 21 ноябрҙә ҡар ятыр.

10 октябрҙә көндәр ҡоро икән, ҡыш әле тиҙ генә етмәҫ.

11 октябрҙә ҡуяндар һоро тунын алыштырмай икән, ҡыш әле ки- лергә ашыҡмай. Ҡоро япраҡтар ергә кире яғы менән ята икән, киләһе йылға мул йыл килер.

14 октябрь - Покров көнө. Был көндө төшкә ҡәҙәр көҙ, төштән һуң ҡыш. Покров ниндәй, йыл шундай.

15 октябрь - көн ямғырлы икән - ҡыш һыуыҡ килер. Ел көньяҡтан иҫһә - ҡыш йылы булыр. Яуым- төшөм булмаһа, күк йөҙө аяҙ икән, тиҙҙән һыуытыр.

17 октябрь - ел тынһа - көндәр һыуытыр.

19 октябрь - ҡоро ҡар төшкөләһә, киләһе йыл йәйе йылы, уңыш мул булыр.

20 октябрь - ағаста япраҡтар ҡойолоп бөтмәйсә ҡар яуһа, тиҙҙән иреп бөтөр.

24 октябрь иртән ҡар булһа, ҡыш һыуыҡ килер.

27 октябрҙә аяҡҡа эйәрерлек бысраҡ икән, 4 аҙнанан ысын ҡыш килер.

28 октябрҙә - аяҙ күктә ай ҙур алҡалар менән кәртәләнә икән - һыуыҡтарға, әгәр түңәрәктәр ҡыҙыл булһа - ел һәм ҡарға ишара.

29 октябрҙә ер яртылаш япраҡ, яртылаш ҡар менән ҡаплана.

30 октябрҙә ямғыр яуһа - ҡыш һыуыҡ килер. Аяҙ булһа, йылы ҡыш көтөгөҙ.

31 октябрҙә айҙы күҙәтәләр. Әгәр мөгөҙө төньяҡҡа ҡараған, ә болоттар көньяҡҡа табан йөҙә икән, яҡын көндәрҙә яуым- тө- шөм көтөлмәй. Әгәр "мөгөҙө" көньяҡҡа ҡарап, болоттар төнь- яҡҡа табан юл алһа, ноябрҙе илаҡ көндәр башлай.

Октябрь айына һынамыштар:
Октябрь айына һынамыштар:
Автор:
Читайте нас