

Баҫма сәйәхәтсе-туристарға, спортсыларға һәм танып белеү туризмы менән ҡыҙыҡһыныуларға бағышлана.
Бөгөн “Рус турисы" – ул беренсе асыш рухын һаҡлай торған заманса ялтырауыҡ журнал. 2019 йылда яңынан тергеҙелгән XIX быуаттың “РусскиIй туристЪ»” боронғо баҫмаһы яңы һулыш алды.
Журналдың беренсе сығарылышы 1899 йылда Рәсәй, илдәр һәм континентар ҡалалары аша юлға сығырға әҙер булған “циклистарҙы” берләштергән Рус туринг-клубының велосипедсы-туристары йәмғиәте тарафынан донъя күрә. 1901 йылда клуб Рәсәй туристар йәмғиәте итеп үҙгәртелә һәм туризмдың бихисап төрҙәрен берләштерә, ә журнал Рәсәйҙә һәм унан ситтә бихисап сәйәхәтселәр өсөн әһәмиәтле баҫмаға әүерелә. “Русский турист” журналында спорт туризмының барлыҡ: йәйәүлеләр, һыу, тау, саңғы, спелео, велосипед, авто- һәм мото-, атлы, елкәнле төрҙәре яҡтыртыла.
Башҡортостан тураһында журналдың яңы сығарылышында республиканың туристик мөмкинлектәре тураһында материалдар тупланған: табиғи иҫтәлекле урындар, тарихи һәм спорт маршруттары тасуирланған, актив ял һәм милли үҙенсәлектәр тураһында һөйләнгән.
Журнал Мәскәү һәм Рәсәй төбәктәренең туристик магазиндарында таратыла, Өфөлә уны Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан “Китап” магазинда һатып алырға мөмкин.
Был баҫма БР матбуғат һәм дөйөм мәғлүмәт саралары агентлығы башланғысы менән нәшер ителгән.
omet-rb.com