

Өфө ҡалаһындағы 18-се клиник дауахананың 4-се поликлиникаһында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, “Табип-кардиолог менән сәйәхәт” акцияһы үткәрелде.
Акцияла ҡатнашыусылар табип менән бергә 4,6 километр л үтте. Юл буйына улар йөрәк тураһында һөйләште. Һәр кем тормошта сәләмәтлеген хәстәрләй ала. Ни өсөн физик әүҙемлек мөһим, ни өсөн ҡан баҫымын контролләү кәрәк, тағы ниндәй күрһәткестәргә иғтибар итеү әһәмиәтле – акцияла ҡатнашыусылар һәр һорауға тулы яуап алырға тырышты.
“4,6 километр – һан ғына түгел. Һеҙ был ваҡытты файҙалы үткәрҙегеҙ, йөрәк тураһында күберәк белеү мөмкинлегенән файҙаландығыҙ. Йөрәк тураһында хәстәрлек дауаланыу ғына тигән һүҙ түгел, ул тормоштағы төрлө көндәлек ғәҙәттәрҙән тора”, – тине табип-кардиолог Айгөл Нафиҡова.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының (нацпроект "Демография") ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы сайтынан.
bashgazet.ru