Дим буйҙары
+4 °С
Облачно
Общие статьи
11 Октября , 10:34

Бәләбәйҙә йәшәүсе ир мутлашыусылар төҙәғына эләккән

Бушлай иғландар сайты аша һыуытҡыс һатырға маташҡанда ҙур сумманан мәхрүм ҡалған. Ябай килешеү етди финанс юғалтыуҙарға килтергән: ул мутлашыусыларға 950 мең һум аҡсаһын күсергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәләбәйҙә йәшәүсе ир мутлашыусылар төҙәғына эләккәнБәләбәйҙә йәшәүсе ир мутлашыусылар төҙәғына эләккән
Бәләбәйҙә йәшәүсе ир мутлашыусылар төҙәғына эләккән

Барыһы ла мессенджерҙағы иғлан тураһындағы хәбәрҙән башлана. Текстың аҙағында енәйәтселәр һылтанма беркетә. Уның аша кереп, Бәләбәй кешеһе ҡурҡытҡыс күренеш күрә: Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы битенең скриншоты, взлом тураһында белдереү ҡағыҙы һәм үҙенең паспорт мәғлүмәттәрен. Шунда уҡ тиерлек телефонға таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙар килә башлай.

Әңгәмәселәр ышаныслы эш итә: ҡайһы берҙәре – Цифрлы үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре, икенселәре үҙҙәрен тәфтишселәр тип таныштыра. Кредит алыуҙан һаҡланыу һәм мутлыҡ операцияларын туҡтатыу һылтауы менән улар ирҙе аҡсаһын  «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндерә. Ялған вәкилдәргә ышанып, зыян күреүсе бөтә күрһәтмәләрен үтәй һәм һөҙөмтәлә бөтә аҡсаһын юғалта.

Әлеге ваҡытта был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар иҫкәртә: бер ҡасан да иғлан буйынса хәбәрҙәрҙән шикле һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ, смс-хәбәрҙәрҙән кодтар хәбәр итмәгеҙ һәм билдәһеҙ кешеләрҙең күрһәтмәләре буйынса аҡса күсермәгеҙ – хатта улар дәүләт органдары йәки банк хеҙмәткәрҙәре булып танытһа ла.

Ксения Давыдованың фотоһы

Бәләбәйҙә йәшәүсе ир мутлашыусылар төҙәғына эләккән
Бәләбәйҙә йәшәүсе ир мутлашыусылар төҙәғына эләккән
Автор:
Читайте нас