

Башҡортостан легаль булмаған эшмәкәрлек менән көрәштә лидерҙарҙың береһе статусын раҫланы. “Роструд” баһаһы буйынса, төбәк Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде. Был эш “Кадрҙар” милли проектына (нацпроект ”Кадры”) ярашлы алып барыла.
–2026 йылдың һигеҙ айы эсендә ведомство-ара комиссия эше һөҙөмтәһендә күләгәле секторҙан 20 965 кеше сығарылды. Сағыштырыу өсөн : үткән йылдың ошо осоронда 15 289 кеше легаль булмаған эшмәкәрлектән сығарылғайны. 11 йыл эсендә 479 меңдән ашыу кеше рәсми статус алды. Юғары һөҙөмтәлелек Рәсәй Социаль фонды мәғлүмәттәре менән раҫланған: 2026 йылдың тәүге яртыһында легаль булмаған эшмәкәрлектән сығарылған хеҙмәткәрҙәрҙең 90 проценты үҙҙәренең эш урынында нығынды, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
Граждандарҙы күләгәнән сығарыу һөҙөмтәһендә 2025 йылда республика бюджеты физик берәмектәр килеменә һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бер миллиард һумдан ашыу өҫтәмә түләүҙәр алды.
Көслө иҡтисадты үҫтереү, квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү өсөн яңы “Кадрҙар” милли проектының индерелеүе байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Йыл һайын уға ярашлы белгестәргә ихтыяж өйрәнеләсәк, алдан күҙаллау, вуздарҙа һәм колледждарҙа бюджет урындарын билдәләү өсөн төплө нигеҙ барлыҡҡа киләсәк. Әле илдә юғары квалификациялы кадрҙарға ихтыяж 1,5 миллион кеше тәшкил итә. Айырыуса төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләре ҡытлыҡ кисерә. Тап ошо проект профессиональ әҙерлекте иҡтисад, фән һәм технологиялар үҫешенә, иҡтисад ихтыяжына ярашлы тәьмин итергә тейеш.
”Кадрҙар” – белем биреү учреждениелары, компаниялары һәм дәүләт эшмәкәрлеген берләштерәсәк, студенттарҙың уҡыуын һәм практикаһын, уҡыусыларҙың профессиональ йүнәлешен көсәйтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Аргументы и факты” сайтынан
Сығанаҡ: bashgazet.ru