Дим буйҙары
+1 °С
Облачно
Общие статьи
20 Октября , 07:32

Алты мең тоннанан ашыу ҡымыҙ оҙатылды

Республика Рәсәй төбәктәре араһында ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урынды биләй

Добавить в предпочтительные источники Google
Алты мең тоннанан ашыу ҡымыҙ оҙатылдыАлты мең тоннанан ашыу ҡымыҙ оҙатылды
Алты мең тоннанан ашыу ҡымыҙ оҙатылды

Башҡортостандың ҡымыҙ  етештереүселәре йыл башынан сит илдәргә алты мең тоннанан  ашыу  продукт оҙатты. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илдәргә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

 Һөт продукцияһының төп өлөшө  Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә (Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан) ебәрелә.

Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында йылҡы һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Республиканың 180 хужалығында 130 мең баштан ашыу йылҡы малы аҫрала.

 Республика Рәсәй төбәктәре араһында ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урынды биләй. Йөҙҙән ашыу ҡымыҙ фермаһында  өс мең тоннаға яҡын эсемлек етештерелә.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (нацпроект  «Международная кооперация и экспорт») милли проекты Ватан компанияларына ярҙамдың туранан-тура системаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ дуҫтарса мөнәсәбәт йәшәгән баҙарҙарға йүнәлеш алыу өсөн инструменттар  булдырыуҙы күҙаллай. Милли проекттың төп бурыстары – һөҙөмтәле механизмдарҙы  оптималләштереү һәм импортер илдәрҙә Рәсәй бизнесы ихтыяжына яуап биргән инфраструктураны формалаштырыу буйынса эште көсәйтеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Олег Яровиков фотоһы.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Алты мең тоннанан ашыу ҡымыҙ оҙатылды
Алты мең тоннанан ашыу ҡымыҙ оҙатылды
Автор:
Читайте нас