

Йәмәғәт эшмәкәре һәм блогер Рөстәм Нәбиев юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Республика Башлығы указы менән ул гражданлыҡ бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге, ҡыйыулығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Миҙалды бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда Омскиҙа казарма емерелгәндә Рөстәм Нәбиев ике аяғын да юғалтты һәм фажиғәнән һуң үҙ миҫалында кеше мөмкинлектәренең сикһеҙ булыуын иҫбатланы. Ул әүҙем социаль эш алып бара, хәйриәлек, спорт менән шөғөлләнә. Альпинист донъяның Эльбрус, Килиманджаро, Аконкагуа һәм Эверест кеүек бейек тауҙарына артылды. Эвересҡа ул быйыл 21 майҙа ғына күтәрелде.
«Эвересты нисек яулағанығыҙҙы белмәйем, ләкин һеҙ – ысын мәғәнәһендә яугир. Һеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ һәм бик яҡшы кеше», — тип билдәләне республика етәксеһе.
«Мин был награданы һөҙөмтә түгел, ә ҙур яуаплылыҡ итеп ҡабул итәм һәм артабан да үҙ өлгөмдә кеше мөмкинлектәренең уларҙы уратып алған шарттарға ҡарағанда күпкә киңерәк булыуын күрһәтәм. Шуға күрә артабан да республикабыҙҙы һәм илебеҙҙе данлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен», — тине бүләкләнеүсе.
башинформ.