+20 °С
Дождь


Башҡортостандан 24 хәрби подразделениела хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәр гуманитар ярҙам алды.
Бынан тыш, Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское балалар йортона кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, уйынсыҡтар һәм уҡыу әсбаптары тапшырылды.
«Ошо ылауҙы туплауҙа ҡатнашҡан һәм уны адресаттарға алып барып тапшырған һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Башҡортостан яугирҙәре һәм Донбасс халҡы өсөн гуманитар конвойҙар даими бара, эште дауам итәбеҙ», — тип билдәләне Кирилл Первов.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Йәрмәкәй ауылынан пенсионер Рәфил Хәкимов МХО яугирҙәренә ике «Урал» мотоциклын ебәрҙе.
Башинформ.